2 Надав менән Авиһу аталарынан алда донъя ҡуя, улдары булмай, шунлыҡтан ҡаһинлыҡты Әлғазар менән Иҫамар алып бара.
Раббы Мусаға: – Һин үҙең, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы яныма менегеҙ ҙә алыҫтан ғына Миңә сәждә ҡылығыҙ, – тине. –
Шунан Муса, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы тауға менде
билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.
Һарун Ғамминадавтың ҡыҙы, Нахшондың һеңлеһе Әлишевағты ҡатынлыҡҡа алды. Әлишевағ уға Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар атлы улдар табып бирҙе.
Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешерегеҙ ҙә уларҙы ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки был саҙаҡа – изгеләрҙән-изге.
Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.
Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.
Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы хозурына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн харап булғайны.
Һарундың улдары: Надав – баш бала, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар.
Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы ҡаршыһына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн үлгәйне. Уларҙың балалары юҡ ине. Әлғазар менән Иҫамар аталары Һарун эргәһендә ҡаһин булып ҡалды.