Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 23:6 - Изге Яҙма

6 Дауыт уларҙы Леви улдарынан Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари нәҫелдәре буйынса төркөмдәргә бүлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 23:6
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Гершондың ике улы – Лағдан менән Шимғи.


Һарун нәҫеле түбәндәгесә бүленә. Һарун улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар.


Ҡапҡа һаҡсылары түбәндәгесә бүленә. Ҡорахтарҙан – Асаф улы Ҡоренан тыуған Мешәләмъяһ.


Ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең бүленешенә, Раббы йортондағы хеҙмәткә, хеҙмәт башҡарғанда кәрәк булаһы һауыттарға бәйле күрһәтмәләр бирә.


Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.


Шулай итеп, Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.


Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.


Батша һуҡма тәрилкәләр, лира һәм арфалар тотҡан левиҙәрҙе Раббы ҡорамына ҡуя, быны Дауыт менән батша әүлиәһе Ғад һәм Наҫан пәйғәмбәр ҡағиҙәһенә ярашлы эшләй. Был – Раббының уның пәйғәмбәрҙәре аша ебәрелгән ҡағиҙәһе була.


Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.


Хеҙмәт шулай ойошторола. Батша бойороғон үтәп, ҡаһиндар вазифаларына баҫа, левиҙәр үҙ төркөмөнә килеп баҫа.


Исраил батшаһы Дауыт һәм уның улы Сөләймән ҡушҡанса, ғаилә-ғаилә булып сиратығыҙға теҙелегеҙ.


Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.


Унан, Муса китабында яҙылғанса, ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе төркөмдәргә бүлделәр ҙә Йәрүсәлимдә Аллаға хеҙмәт итергә ҡуйҙылар.


Леви улдарының исемдәре – Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари.


Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән улдары.


Ҡыһаҫ тоҡомоноң Осрашыу сатырындағы хеҙмәте иң изге әйберҙәрҙе хәстәрләүҙән ғибәрәт булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ