Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 23:4 - Изге Яҙма

4 Шуларҙың егерме дүрт меңе – Раббы йортонда хеҙмәттә, алты меңе – идара итергә һәм хөкөм сығарырға,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 23:4
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙың туғандары левиҙәр Изге торлаҡ булған Алла йортондағы төрлө хеҙмәттәрҙе башҡарыуға тәғәйенләнә.


Йеһошафат Йәрүсәлимдә ҡайһы бер левиҙәрҙе, ҡаһиндарҙы һәм Исраил нәҫелдәре башлыҡтарын Раббы ҡанунына нигеҙләнеп хөкөм сығырырға һәм кешеләр араһындағы дәғүәләрҙе хәл итергә тәғәйенләй. Улар Йәрүсәлимдә йәшәй.


Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.


йөк ташыусыларҙы оҙатып йөрөй һәм һәр төрлө вазифа башҡарыусыларҙың эшен күҙәтә; сәркәтиптәр ҙә, мөдирҙәр ҙә, ҡапҡа һаҡсылары ла левиҙәрҙән була.


Йәрүсәлимдә левиҙәрҙең башлығы Ғуззи булды, ул – Бани улы, Бани – Хашавъяһ, Хашавъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ Миха улы ине. Ғуззи Алла йортондағы йырсылар нәҫеленән – Асаф нәҫеленән ине.


Зихри улы Йоил улар өҫтөнән етәксе ине, ә Йәһүҙә, Һассенуа улы, ҡалала башлыҡтың ярҙамсыһы булды.


Улар дәғүәләрҙе хәл итергә, ҡанундарыма таянып хөкөм сығарырға, Мин билдәләгән байрамдар тураһында ҡанун һәм ҡағиҙәләремде үтәргә, шәмбеләремде изге итеп һаҡларға тейештәр.


Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.


Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙа халыҡҡа ғәҙел хөкөм ҡылһындар өсөн һәр ырыуға хөкөмдарҙар һәм етәкселәр тәғәйенләгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ