Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 23:30 - Изге Яҙма

30 Һәр көн иртән һәм кис улар Раббыға шөкөр ҡылырға һәм Уға дан йырларға тейеш була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 23:30
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү.


Шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтергәндә, шулай уҡ һәр иртә һәм кис Раббыға рәхмәттәр уҡырға, дан йырларға, Раббы хозурында һәр саҡ ҡағиҙәгә ярашлы билдәле бер һанда хеҙмәт итергә тейеш була.


дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш.


Алла йортон ҡарауыллау һәм иртәнсәк уның ишектәрен асыу уларға йөкмәтелгән булғанлыҡтан, улар төндө Алла йорто янында үткәрә.


Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.


Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.


Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ