І Йылъяҙма 23:29 - Изге Яҙма29 изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Был ҡорамға ҡуйыла торған ун ике изге икмәк, даими бирелә торған икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбандары, шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, изге тип һаналған бүләктәр, Исраилды пакландырыуға тәғәйенләнгән гонаһ ҡорбандары, Аллабыҙ йортонда башҡарыла торған бөтә ғәмәлдәр өсөн булыр.