25 Дауыт былай тип әйткән була: «Исраил Аллаһы Раббы, Үҙенең халҡына именлек биреп, мәңгегә Йәрүсәлимдә төйәкләнде.
Дауыт батша үҙ һарайында урынлашты. Раббы уға әйләнә-тирәлә уратып алған дошмандары һөжүменән дә ял итеп алырға форсат бирҙе.
Мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
– Һеҙгә һәр яҡлап именлек биргән Аллабыҙ Раббы һеҙҙең менән түгелме ни? Ул был ерҙә йәшәгән бар халыҡты минең ҡулыма тапшырҙы, был ер Раббы менән Уның халҡына буйһондо.
Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.
Ерҙәрен биләмә итеп бирҙе, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Ташҡын һыуҙар йыуып алып китә алмаһын, Төпһөҙ упҡын мине йотмаһын, Өҫтөмдә ҡәбер боғаҙын япмаһын.
Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!
Атыңды белгәндәр Һиңә өмөт бағлар, Сөнки, Раббы, Үҙеңде эҙләгәндәрҙе ташламайһың.
Бына мин һәм Раббы миңә биргән балалар; беҙ – Сион тауында төйәк иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Исраилдағы билдәләре һәм хикмәттәребеҙ.
Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.
Уларҙың түгелгән ҡаны өсөн үс алырмын, Ғәйеплене язаһыҙ ҡалдырмам. Раббы Сионда йәшәр!»
Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».
Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.
Сөнки Илаһилыҡтың бөтә тулылығы Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.
Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы.