8 Әммә миңә Раббы һүҙе булды: «Һин бик күп ҡан ҡойҙоң, ҙур һуғыштар алып барҙың. Ер йөҙөндә Минең алдымда бик күп ҡан ҡойғанға күрә, һин Минең исемем өсөн йортто төҙөргә тейеш түгелһең.
Хакимым батша! Бөтә Исраилдың күҙе һиндә: үҙеңдән һуң тәхетеңә кем ултырасағын иғлан иткәнеңде көтәләр.
Батша бойороғо буйынса, ҡорамдың нигеҙен юнылған таштарҙан һалыр өсөн ҙур-ҙур яҡшы таштарҙы ҡырҡтылар.
«Үҙең белмәгән ни бар, атайым Дауыт эргә-тирәләге халыҡтар менән һуғыш алып барырға мәжбүр булғанлыҡтан, Аллаһы Раббы исеменә бағышлап ҡорам төҙөй алманы. Инде Раббы уның дошмандарын аяҡ аҫтына бырғаны.
Әммә был ҡорамды Миңә һин түгел, ә һинән тыуған улың төҙөр», – тип әйткән.
Әммә Алла миңә былай тип әйтте: «Минең исемемә бағышланған йортто һин төҙөмәйәсәкһең, сөнки Һин һуғышсыһың һәм ҡан ҡойҙоң», – тине.
Барлыҡ кейем-һалымығыҙҙы, күндән, кәзә дебетенән булған, ағастан яһалған барлыҡ әйберҙәрегеҙҙе таҙартығыҙ.
Етенсе көндө кейем-һалымығыҙҙы йыуығыҙ, таҙа булырһығыҙ, шунан һуң тупламға ҡайтығыҙ.