3 Дауыт ишек-ҡапҡаларға, элгес-күгәндәргә ҡаҙау ҡойор өсөн бик күп тимер, үлсәп бөткөһөҙ күләмдә баҡыр әҙерләй.
Был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булманы. Батша был әйберҙәрҙең барыһын да алып барып урынлаштыртты.
Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.
Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем.
Алла йорто төҙөлөшөнә биш мең талант алтын һәм ун мең драхма алтын, ун мең талант көмөш, ун һигеҙ мең талант баҡыр һәм йөҙ мең талант тимер йыйыла.
Сөләймән эшләткән был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булмай.
Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм уны тотоп торған ун ике үгеҙ рәүешендәге таяуҙарға килгәндә, улар өсөн тотонолған баҡыр үлсәп бөтөрөрлөк түгел ине.
Унда икмәгеңде фәҡирҙәрсә ашамаҫһың, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ күрмәҫһең. Ерендәге таштарҙан тимер, ә тауҙарынан баҡыр сығарырһың.