Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 22:18 - Изге Яҙма

18 – Һеҙгә һәр яҡлап именлек биргән Аллабыҙ Раббы һеҙҙең менән түгелме ни? Ул был ерҙә йәшәгән бар халыҡты минең ҡулыма тапшырҙы, был ер Раббы менән Уның халҡына буйһондо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 22:18
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт батша үҙ һарайында урынлашты. Раббы уға әйләнә-тирәлә уратып алған дошмандары һөжүменән дә ял итеп алырға форсат бирҙе.


Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен.


Дауыт былай тип әйткән була: «Исраил Аллаһы Раббы, Үҙенең халҡына именлек биреп, мәңгегә Йәрүсәлимдә төйәкләнде.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».


Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.


Инде хәҙер, Аллағыҙ Раббы, вәғәҙәһен үтәп, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙгә тыныс тормош биргәс, Раббы ҡоло Муса һеҙгә Иордан аръяғында биргән биләмә ерҙәрегеҙгә – үҙ сатырҙарығыҙға ҡайта алаһығыҙ.


Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы.


Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ