11 Бына хәҙер, улым, Раббы һинең менән булһын! Эштәрең уңыш ҡаҙанһын, Ул әйткәнсә, һиңә Раббың Аллаға йорт төҙөргә насип итһен.
Алтын, көмөш, баҡыр, тимерҙең иҫәбе-һаны юҡ, башла, эшлә. Раббы һинең менән булһын.
Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә.
Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.
Йә Раббы! Һин беҙҙе имен ҡылаһың; Барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ – Һинең эшең.
«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.
Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин.
Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын.
Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.