Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 21:7 - Изге Яҙма

7 Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 21:7
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мәрхүм иренең вафатынан һуңғы мөҙҙәтен үткәргәс, Дауыт артынан кешеләр ебәреп, уны үҙ өйөнә алды. Баҫ-Шевағ уның ҡатыны булды һәм ул табып бирҙе. Әммә Дауыттың был эшен Раббы оҡшатманы.


Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине.


Дауыт батшалыҡ иткән дәүерҙә өс йыл рәттән аслыҡ булды. Дауыт Раббынан һораны һәм Раббы: – Быларҙың барыһына ла Шаул һәм уның ҡан көҫәүсе нәҫел-ырыуы ғәйепле, сөнки Шаул Ғивғон халҡын ҡырғайны, – тип яуап ҡайтарҙы.


Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен Бинйәмин ерендәге Селағ тигән урында Шаулдың атаһы Ҡиштың төрбәһендә дәфен ҡылдылар. Батша нисек бойорһа, шулай эшләнеләр. Шунан һуң Алла, исраилдарҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылып, илде ҡыҙғанды.


Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.


Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.


Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.


Шунан Раббы исраилдарға үләт ебәрә һәм етмеш мең кеше ҡырыла.


Йоав левиҙәр менән бинйәминдәрҙе иҫәпкә алмай, сөнки батшаның был бойороғо уның күңеленә ятмаған була.


Дауыт Аллаға былай ти: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.


Ләкин исраилдар Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәр тураһындағы бойороҡто боҙҙо. Йәһүҙә ырыуынан Зерахтың улы Завдиҙан тыуған Кармиҙың улы Ғахан юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен үҙенә алды. Шуның өсөн Раббының исраилдарға ҡарата асыуы ялҡынланды.


Бар, халыҡты изгеләндер. Уларға әйт: «Иртәгәһе көнгә һеҙ изгеләнергә тейешһегеҙ, сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: „Эй исраилдар, һеҙҙә юҡ ителергә тейешле әйберҙәр бар. Уларҙан арынмайынса, һеҙ дошмандарға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ“.


Ғай халҡы исраилдарҙы ҡала ҡапҡаһынан алып таш сығара торған урынға тиклем баҫтырып килде һәм утыҙ алты кешене үлтерҙе. Бынан һуң исраилдарҙың йөрәктәре алынды, улар ҡурҡыуға ҡалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ