5 Ул Дауытҡа халыҡтың иҫәбен еткерә: Исраилда ҡулына ҡылыс тоторлоҡ бер миллион йөҙ мең ир-егет, Йәһүҙәлә дүрт йөҙ етмеш мең ир-егет булғаны асыҡлана.
Йоав батшаға халыҡтың иҫәбен еткерҙе. Ҡулына ҡылыс тоторлоҡ көслө ир-егеттәр Исраилда һигеҙ йөҙ мең, ә Йәһүҙәлә биш йөҙ мең кеше булып сыҡты.
Ләкин батша һүҙе Йоавтың һүҙенән өҫтөн булып ҡала. Йоав бөтә Исраилды йөрөп сыға, шунан Йәрүсәлимгә ҡайта.
Дауыт егерме йәше тулмағандарҙың иҫәбен алып тормай, сөнки Раббы исраилдарҙы күктәге йондоҙҙар кеүек ишәйтергә вәғәҙә иткән була.
Серуяһ улы Йоав иҫәп ала башлай, ләкин уны тамамламай. Халыҡты һанаған өсөн исраилдарға Алланың ҡәһәре төшә, һәм был һан Дауыт батшаның йылъяҙмаларына индерелмәй.