4 Ләкин батша һүҙе Йоавтың һүҙенән өҫтөн булып ҡала. Йоав бөтә Исраилды йөрөп сыға, шунан Йәрүсәлимгә ҡайта.
Әммә Йоав батшаға: – Раббы Үҙенең халҡын әлегенән йөҙ тапҡырға арттырһын! Эй хакимым батшам, улар бөтәһе лә хакимымдың ҡолдары түгелме ни? Ниңә кәрәк был минең хакимыма? Исраилды ниңә ғәйепле итергә? – тип яуаплай.
Ул Дауытҡа халыҡтың иҫәбен еткерә: Исраилда ҡулына ҡылыс тоторлоҡ бер миллион йөҙ мең ир-егет, Йәһүҙәлә дүрт йөҙ етмеш мең ир-егет булғаны асыҡлана.
Әммә кендек инәләре Алланан ҡурҡты, Мысыр батшаһының бойороғон үтәмәне: ир балаларҙың ғүмерен өҙмәне.
Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала?
Ҡотҡармаған сүрәттә лә – барыбер, батша, бел: беҙ һинең илаһтарыңа табынмаясаҡбыҙ, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмаясаҡбыҙ, – тинеләр.
Петрус һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ.