24 Әммә Дауыт батша уға: – Юҡ, мин һиңә тулы хаҡын көмөш менән түләйем, һинеке булғанды мин Раббыға ҡорбан итә лә, бушҡа алғанды тотош яндырыу ҡорбаны итә лә алмайым, – тип яуап ҡайтара.
Һинең мөлкәтеңдән бер нәмә лә – бер һүрендең дә, аяғыңдағы ҡатаңдың ҡайышы ла кәрәкмәй. Һуңынан: «Ибрамды мин байыттым», тип әйтерлек булмаһын, – тип яуап ҡайтарҙы. –
Ибраһим бөтә халыҡ ишетерлек итеп Ғәфронға: – Һүҙемде тыңла, – тине. – Баҫыу өсөн һиңә көмөш бирәйем. Хаҡын ал, шунан мәрхүмәмде ерләрмен.
Ул баҫыуының ситендәге Махпела мәмерйәһен һеҙҙең алда миңә һатһа ине. Мин уға етерлек күләмдә аҡса түләр инем. Мәмерйә үҙ милкем булғас, мин унда төрбә яһар инем, – тине.
Әммә батша Араунаға: – Юҡ, мин һиңә бөтәһе өсөн дә тулы хаҡын түләйем, Аллам Раббыға бушҡа алғанды ҡорбан итә алмайым, – тип яуап ҡайтарҙы. Дауыт ырҙын менән үгеҙҙәрҙе илле шекел көмөшкә һатып алды.
– Ал, хакимым батша нимә теләй, шуны эшләһен. Бына тотош яндырыу ҡорбаны өсөн үгеҙҙәремде, утынға – ашлыҡ һуҡҡысты, икмәк саҙаҡаһына – бойҙайҙы, барыһын да бушлай бирәм, – ти Орнан батшаға.
Дауыт Орнанға урын өсөн алты йөҙ шекел алтын бирә.
Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, бар әҙәмдәр алдында изге эштәр ҡылырға тырышығыҙ.