21 Дауыт Орнан янына килә. Дауыт килгәнен күргән Орнан ырҙындан сыға ла ергә тиклем бөгөлөп баш эйә.
Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте.
Орнан был ваҡытта бойҙай һуғып йөрөгән була. Боролоп ҡараһа, фәрештәне күреп ҡала. Эргәһендәге дүрт улы кереп йәшенә һала.
Дауыт Орнанға: – Миңә ырҙыныңды тулы хаҡына һат. Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин унда Раббыға ҡорбан усағы эшләйем, – ти.
Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды.
Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.