14 Шунан Раббы исраилдарға үләт ебәрә һәм етмеш мең кеше ҡырыла.
Бынан һуң Раббы исраилдарға шул көндөң иртәһенән алып билдәләнгән ваҡытҡа тиклем үләт ебәрҙе. Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем етмеш мең кеше ҡырылды.
Шул төндө Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.
Серуяһ улы Йоав иҫәп ала башлай, ләкин уны тамамламай. Халыҡты һанаған өсөн исраилдарға Алланың ҡәһәре төшә, һәм был һан Дауыт батшаның йылъяҙмаларына индерелмәй.
Ул төндә фирғәүен дә, хеҙмәтселәре лә, бөтә Мысыр халҡы ла уянды. Тотош Мысыр ерендә көслө иңрәү торҙо: бында үлем инмәгән бер генә өй ҙә ҡалмағайны.
Үләттән һәләк булғандарҙың һаны егерме дүрт мең кеше ине.
Раббы һандығының эсен асып ҡараған өсөн, Алла Бейт-Шәмәш халҡынан етмеш кешене һәләк итте. Раббы ебәргән был оло ҡазаға халыҡ ныҡ иланы.