25 Хесрондың баш балаһы Йерахмеилдың улдары: баш балаһы Рам, унан – Буна, Өрән, Осем һәм Ахияһ.
Хесрон Калев-Әфраҫа ҡалаһында донъя ҡуя, шунан һуң ҡатыны Авия Ашхурҙы таба. Был Ашхур Теҡоғаның атаһы була.
Йерахмеилдың Ғатара исемле икенсе ҡатыны ла була, Ғатаранан Онам донъяға килә.
Йерахмеил, Рам һәм Калев – Хесрондың улдары.
Эхудтың улдары, Гевағта йәшәгән һәм Манахаҫҡа һөрөлгән нәҫелдәрҙең башлыҡтары: Нағаман, Ахияһ һәм уларҙы күсергән Гера. Гера – Ғузза менән Ахихудтың атаһы.
Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.