8 Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрә.
Дауыт былай ти: – Кем дә кем йевусиҙәргә беренсе булып һөжүм итә, шул ғәскәр башлығы була. Иң алдан һөжүмгә Серуяһ улы Йоав күтәрелә һәм башлыҡ булып ҡала.
Улар утыҙ ике мең яу арбаһы һәм тотош ғәскәре менән Мағаха батшаһын яллай. Мағаха батшаһы, Медева алдына килеп, туплам ҡора. Ғаммондар ҙа, ҡалаларынан йыйылып сығып, һуғышҡа әҙерләнә.
Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сығалар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙеләләр. Килгән батшалар яланда айырым тора.