Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 19:3 - Изге Яҙма

3 Ғаммон түрәләре Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен атайыңды ихтирам иткәнгә һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен илде ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тиҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 19:3
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғаммон түрәләре үҙҙәренең хакимы Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен, атайыңды ихтирам иткәнгә, һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен ҡаланы ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тине.


Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйлай. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға илселәрен ебәрә. Дауыттың хеҙмәтселәре уны йыуатыр өсөн Ғаммон еренә барғас,


Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп, ҡайтарып ебәрә.


Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.


Әммә пелешти башлыҡтары Ахишҡа бик асыуланды. – Был кешене кире ебәр. Һин уға тәғәйенләгән урынға кире ҡайтһын, тик беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын. Юғиһә яу мәлендә беҙгә ҡаршы сығыр. Ышаныс ҡаҙаныр өсөн, хужаһына беҙҙең кешеләребеҙҙең башын биреүҙән дә яҡшыраҡ берәй әмәл бармы?


Ахиш: – Хафаланма. Белә йөрөйөм, минең өсөн һин Алланың бер фәрештәһе кеүек яҡшыһың, – тип яуапланы. – Тик пелешти башлыҡтары: «Ул беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын», – тип талап итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ