Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 19:2 - Изге Яҙма

2 Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйлай. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға илселәрен ебәрә. Дауыттың хеҙмәтселәре уны йыуатыр өсөн Ғаммон еренә барғас,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 19:2
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер көндө Дауыт: – Шаул тоҡомонан берәйһе иҫән ҡалманымы икән? – тип һораны. – Йонаҫан хаҡына мин уға игелек ҡылыр инем.


Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.


Ильясиғин хеҙмәтсеһенә: – Беҙгә ҡылған яҡшылыҡтарына ҡаршы нимә эшләй алабыҙ икән, һора әле. Батшаға йәки ғәскәр башлығына берәй үтенесе юҡмы? – тине. – Мин үҙ халҡым араһында бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ күрмәй йәшәйем, – тип яуапланы ҡатын.


Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ғаммон батшаһы Нахаш мәрхүм булып, уның урынына улы тәхеткә ултыра.


Ғаммон түрәләре Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен атайыңды ихтирам иткәнгә һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен илде ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тиҙәр.


Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,


Ә уның эргәһендә торған Ғаммон кешеһе Товияһ: – Төҙөһөндәр, әйҙә, таш диуарҙары төлкө һикереп менһә лә емерелеп төшөргә тора, – тине.


Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны.


Батша: – Бының өсөн Мордехайға ниндәй хөрмәт күрһәтелде, уны берәй төрлө ҙурланылармы? – тип һораны. Батша хеҙмәтендә тороусылар уға: – Юҡ, уға бер нәмә лә эшләнмәне, – тип яуап бирҙе.


Ләкин ҡалала аҡыллы бер фәҡир булған икән, һәм ул зирәклеге менән ҡаланы ҡотҡара. Әммә һуңынан был фәҡирҙе иҫкә алыусы ла булмай.


Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.


Дауыт Сиҡлағҡа ҡайтты һәм: – Раббының дошмандарынан алынған малдарҙан бүләк, – тип табышынан үҙенең дуҫтары – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына өлөш ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ