17 Был турала Дауытҡа хәбәр еткәс, ул барлыҡ исраилдарҙы йыя ла, Иорданды аша сығып, арамиҙар янына килә. Ул ғәскәрен дошман ҡаршыһына сафҡа теҙә һәм ике арала алыш башлана.
Был турала Дауытҡа хәбәр иткәс, ул, барлыҡ исраилдарҙы йыйып алды ла, Иорданды аша сығып, Хеламға килде. Арамиҙар сафҡа теҙелеп Дауытҡа ҡаршы торҙо һәм алыш башланды.
Үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен аңлағас, арамиҙар, сапҡындар ебәреп, Евфрат йылғаһы аръяғында йәшәгән арамиҙарҙы саҡыртып ала. Уларға Һададғәзәрҙең ғәскәр башлығы Шофах етәкселек итә.
Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башлай. Дауыт арамиҙарҙың ете мең яу арбаһын һәм ҡырҡ мең йәйәүле һуғышсыһын юҡ итә, уларҙың ғәскәр башлығы Шофахты ла үлтерә.
Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сығалар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙеләләр. Килгән батшалар яланда айырым тора.