14 Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итә һәм тегеләр унан ҡаса башлай.
Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итте һәм тегеләр унан ҡаса башланы.
Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең».
Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.
Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Йоавтың туғаны Авишайҙан ҡасып, ҡала эсенә сигенәләр. Бынан һуң Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта.