7 Дауыт Һададғәзәр ярандарының алтын ҡалҡандарын Йәрүсәлимгә алып ҡайта.
Ҡаһин йөҙ баштарына Дауыт батшаның Раббы ҡорамында һаҡланған һөңгө һәм ҡалҡандарын таратып бирҙе.
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләй. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерә.
Һададғәзәрҙең Тивхаҫ һәм Кун тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрә. Аҙаҡ шул баҡырҙан Сөләймән Алла йорто өсөн диңгеҙ тип аталған ҙур баҡыр һауыт һәм бағаналар, баҡыр һауыт-һаба эшләтә.