6 Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләй. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерә.
Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итә. Моавтар Дауытҡа буйһона һәм уға яһаҡ түләй башлай.
Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерә.
Дауыт Һададғәзәр ярандарының алтын ҡалҡандарын Йәрүсәлимгә алып ҡайта.
Туғандарым, дуҫтарым хаҡына Әйтермен: «Тыныслыҡ булһын һиндә!»
Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.
Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы.