Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 18:5 - Изге Яҙма

5 Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 18:5
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сова батшаһы Һададғәзәр Евфрат йылғаһы буйында үҙ хакимлығын нығытырға тип килә ятҡанда Дауыт Хамаҫта уны ла ҡыйрата.


Дауыт уның мең яу арбаһын, ете мең һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә ала. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтыра.


Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләй. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерә.


Ханун менән ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, Арам-Наһараимға, Арам-Мағахаға һәм Соваға, яу арбалары һәм һыбайлылар яллау ниәтенән, мең талант көмөш ебәрә.


Эй Алла, ялбарыуымды ишет, Доғама минең ҡолаҡ һал!


Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ