Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 18:2 - Изге Яҙма

2 Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итә. Моавтар Дауытҡа буйһона һәм уға яһаҡ түләй башлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 18:2
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.


Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төштө; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлағайны. Батшабикә Сөләймәнгә килде һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләште.


Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер булды, йылдың-йылына шулай дауам итте.


Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондора һәм Ғаҫ менән уның тирәһендәге ауылдарҙы тартып ала.


Сова батшаһы Һададғәзәр Евфрат йылғаһы буйында үҙ хакимлығын нығытырға тип килә ятҡанда Дауыт Хамаҫта уны ла ҡыйрата.


Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын; Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын!


Бергәләп осоп ҡунырҙар Пелештиҙәр яурынына көнбайышта, Көнсығыштағы халыҡтарҙы таларҙар, Эдом менән Моав ерҙәренә ҡул һалырҙар, Ғаммонды буйһондорорҙар.


Селанан сүл юлы менән Сион тауына, Илдең хакимына бүләккә бәрәстәр ебәрегеҙ.


„Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.


Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ