Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 18:13 - Изге Яҙма

13 Шунан ул Эдомдың бөтә ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһона. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 18:13
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине.


Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!


Исхаҡ былай тип яуап бирҙе: – Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?


Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр, Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа. Әммә килер бер көн – һин ярһырһың, Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.


Дауыт – нығытма эсендә, ә пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Бейт-Ләхәмдә ине.


Ҡасандыр элек, Дауыт эдомдар менән һуғышҡанда, ғәскәр башлығы Йоав мәйеттәрҙе ерләргә килгәйне һәм илдәге барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡырғайны.


Серуяһ улы Авишай Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен ҡыйрата.


Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡыла, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итә.


Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләй. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерә.


Диуарҙарың эсендә тыныслыҡ, Ҡәлғәләреңдә именлек булһын!»


Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар.


Дошманы Эдом баҫып алыныр, Сеғир ҙа дошмандары аҫтында булыр, Исраил көсәйгәндән көсәйер.


Дамаск ҡалаһында Аретас батшаның өлкә башлығы, мине эләктереү өсөн, ҡалаға һаҡ ҡуйҙы;


Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.


Йонаҫан пелештиҙәрҙең Гивғалағы һаҡсы ғәскәрен ҡыйратты. Был хаҡта пелештиҙәргә лә мәғлүм булды. Ә Шаул бөтә илдә мөгөҙ ҡысҡыртырға ҡушты. – Ғивриҙәр ишетһен! – тине.


Бер көндө Шаул улы Йонаҫан ҡоралын йөрөтөүсе егеткә: – Әйҙә, теге яҡтағы пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө яғына сығайыҡ, – тине. Әммә атаһына был хаҡта бер нәмә лә өндәшмәне.


Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ