Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 17:8 - Изге Яҙма

8 Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 17:8
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыт Раббыға бағышлап йыр башҡарҙы.


Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.


Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.


Һададғәзәрҙең Бетах һәм Бероҫай тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрҙө.


Дауыттың даны бөтә ерҙәргә тарала, һәм Раббы ҡөҙрәте менән бар халыҡтар унан ҡурҡып тора.


Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Аллам. Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең, мине бөйөк кеше итеп күрәһең, Аллам Раббым!


– Бар әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Алла һинең менән, – ти Наҫан Дауытҡа.


Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым.


Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Һиңә шуны хәбәр итәм: Раббы Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.


Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!


Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды.


Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө, түбәнһетелгәндәрҙе күтәрҙе.


Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы.


Шаул Раббының Дауыт менән бергә булғанын, ҡыҙы Михәлдең Дауытты яратҡанын ап-асыҡ күрҙе.


Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ