Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 17:7 - Изге Яҙма

7 Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 17:7
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һинең атайыңдан, уның барлыҡ нәҫел-нәсәбенән өҫтөн күреп, мине Раббы халҡының – Исраилдың башлығы итеп ҡуйған Раббы хозурында уйнармын да, бейермен дә, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. – Раббы хаҡына


Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, Үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым.


Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡыма көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған Исраил хакимдарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“ – тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?»


Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.


Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.


«Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».


Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды. Ғайса Шимғонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.


Дауыт атаһының һарыҡтарын көтөр өсөн, әленән-әле Шаул янынан Бейт-Ләхәмгә ҡайтып йөрөй торғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ