26 Эй Раббым, Һин – Аллаһың! Үҙеңдең ҡолоңа ана шундай игелек вәғәҙә иттең!
Эй Аллам, Һин Үҙеңдең ҡолоңа йорт төҙөрмөн тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем.
Инде хозурыңда мәңге торһон өсөн ҡолоңдоң йортона фатихаңды биреүҙе хуш күрҙең. Һин, йә Раббым, уға фатиха бирҙең һәм ул мәңге фатихалы буласаҡ.
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.
Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.