24 Һинең исемең мәңге йәшәһен, мәңге шөһрәтле булһын. «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил халҡының Аллаһы!» тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон.
Хәҙер инде, эй Раббым, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр.
Эй Аллам, Һин Үҙеңдең ҡолоңа йорт төҙөрмөн тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.
Дошмандар үгеҙҙәй уратып алған, Ажарлы Башан үгеҙҙәреләй ҡамалаған.
Улар ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, Дәһшәт эсендә һеперелеп түгелер.
– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.
Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.
Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын.
Атам! Исемеңдең шөһрәтен күрһәт. Шул ваҡыт күктән: – Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.
Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күҙен күккә төбәп: – Атам! Ваҡыт етте. Улың Һине шөһрәтле итһен өсөн, Улыңды шөһрәтле ит, – тине. –
Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.
Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.
Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.
Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!
Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.