Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 17:21 - Изге Яҙма

21 Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, исемеңде шөһрәтле иттең. Бөйөк һәм хикмәтле эштәрең аша халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 17:21
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Раббым! Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ.


Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдеке иттең, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың.


фирғәүенгә, уның ҡолдарына һәм илендәге бөтә халыҡҡа хикмәттәреңде үә мөғжизәләреңде күрһәттең. Сөнки мысырҙарҙың беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән тәкәббер ҡыланғанын Һин белдең. Шул ваҡытта ҡаҙанған исемең бөгөнгәсә данлы.


Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә! Бар булмышым менән Һиңә көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.


Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер; Изгелеге уның мәңгелек, Данға күмелеп башын юғары сөйөр.


Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ! Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды Әҙәм улдарының күҙ алдында:


Сүлдә ҡая ярып һыу сығарҙы; Төпһөҙ даръяларҙан һуғарғандай, Уларға туйғансы һыу эсерҙе.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Исемем хаҡына асыуымды кисектерә киләм. Шөһрәтем хаҡына һиңә сабыр булдым, Юғиһә юҡ итер инем.


Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Беҙ көтмәгән дәһшәтле ғәмәлдәрҙе ҡылғаның, Ергә төшкәнең, тауҙарҙы алдыңда ҡалтыратҡаның бар.


Халҡың Исраилды хикмәттәр һәм мөғжизәләр менән, ҡөҙрәтең, һуҙылған ҡулың менән, бөйөк дәһшәт сәсеп, Мысыр еренән сығарҙың.


Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, һине унан Аллаң Раббы йолоп алды, шуға күрә был һүҙҙәрҙе мин бөгөн һиңә бойороҡ итеп әйтәм.


Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән?


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ