Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 17:20 - Изге Яҙма

20 Эй Раббым! Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 17:20
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббым! Был бөйөк эштәрҙе Һин ҡолоң хаҡына, йөрәгең ҡушҡанға эшләнең һәм күрһәттең.


Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, исемеңде шөһрәтле иттең. Бөйөк һәм хикмәтле эштәрең аша халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың.


Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.


Кешеләрҙе ташҡындай йыуып ташлайһың, Улар – тик төш; бары үлән һымаҡ: Иртән шытып сыға, сәскә ата, Кискә һулып төшә, ҡороп ҡата.


Енәйәттәребеҙҙе алдыңа һалдың, Йәшерен гонаһтарыбыҙҙың барыһын Йөҙөңдөң яҡтыһына сығарҙың.


Раббы хозурында! Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә. Ул донъяға ғәҙелдәрҙән-ғәҙел, Халыҡтарға хаҡтан-хаҡ хөкөмөн ҡыла.


Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?


Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.


– Иртәгә, – тип яуапланы фирғәүен. – Һин әйткәнсә булыр. Шул саҡта Аллабыҙ Раббының тиңе юҡлығын белерһең, – тине Муса. –


Был юлы Мин һинең үҙеңә, хеҙмәтселәреңә, тотош халҡыңа иң ҡаты язаларымды юллайым – бөтә ер йөҙөндә Миңә торошло һис берәүҙең юҡлығын аңларһың.


Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ? Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ?


«Мине кем менән сағыштырырһығыҙ? Кем Минең менән тиңләшә ала?» – ти Изге.


«Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, – Үҙем һайлап алған ҡолдарым, Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип, Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип Һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем бүтән аллалар булманы, Минән һуң да булмаясаҡ!


Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!


Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!


Мин – Раббы, башҡаһы юҡ; Минән башҡа аллалар юҡ. Һин Мине танымаһаң да, Мин һине көслө итермен.


Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?


Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға,


«Хакимыбыҙ Раббы, ҡолоңа Үҙ бөйөклөгөңдө һәм ҡулыңдың ҡөҙрәтен күрһәтә башланың. Күктә һәм ерҙә Һин ҡылған эштәрҙе һәм ҡөҙрәтле ғәмәлдәрҙе башҡара алған тағын ниндәй илаһ бар һуң?


Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.


Былар һеҙгә фәҡәт Раббының ғына Алла булыуын һәм Унан башҡаһы юҡ икәнен белдерер өсөн күрһәтелде.


Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй.


Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ