19 Раббым! Был бөйөк эштәрҙе Һин ҡолоң хаҡына, йөрәгең ҡушҡанға эшләнең һәм күрһәттең.
Был бөйөк эштәрҙе Һин әйткән һүҙең хаҡына, йөрәгең ҡушҡанға эшләп, Үҙеңдең ҡолоңа алдан белдереп ҡуяһың.
Ҡолоңдо шулай ҙурлаған өсөн Дауыт Һинең алда тағы нимә әйтә ала инде? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең!
Эй Раббым! Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ.
Өйөнән муллыҡ-байлыҡ өҙөлмәҫ, Мәңге тәҡүә булып ҡалыр.
Ул һис ҡасан да ҡаҡшамаҫ, Тәҡүә әҙәм мәңге онотолмаҫ.
Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».
«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.
Ул миңә: «Һин – Минең ҡолом, Исраил, Һинең аша шөһрәт ҡаҙанырмын», – тине.
Эй Аллабыҙ, ҡолоңдоң доғаһын һәм ялбарыуын ишет – Үҙең хаҡына, бөйөк Хакимым, тар-мар ителгән Изге торлағыңды рәхмәтең менән нурландыр.
Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине!
Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә тормошҡа ашырылды.