Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 17:16 - Изге Яҙма

16 Дауыт Раббы хозурына барып ултыра. Доға ҡылып, былай ти: – Эй Аллам Раббым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 17:16
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


Дауыт Раббы хозурына барып ултырҙы. Доға ҡылып, былай тине: – Эй Раббы Хакимым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!


Хизкияһ батша хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла


Наҫан Дауытҡа бөтә ошо һүҙҙәрҙе һәм Раббынан иңгән күренмеште һөйләп бирә.


Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Аллам. Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең, мине бөйөк кеше итеп күрәһең, Аллам Раббым!


Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.


Сөләймән Аллаға: – Һин атайым Дауытҡа бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, уның артынса мине батша иттең.


Раббы бөйөк, икһеҙ-сикһеҙ маҡтауға Ул лайыҡ, Уның бөйөклөгөнә һис етмәҫ аҡыл.


Ләкин Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торам, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирәм. Мин пәйғәмбәрҙәр һәм Муса, киләсәктә буласаҡ, тип алдан әйткән хәлдәрҙән тыш бер нәмә лә һөйләмәйем.


Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


– Эй бөйөк Хакимым! Исраилды мин нисек ҡотҡарайым? – тип ҡаршы төштө Гидғон. – Нәҫелем дә менашшелар ырыуында иң ярлыһы, үҙем дә атам йортонда иң кесеһемен.


Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.


Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ