Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 17:1 - Изге Яҙма

1 Дауыт батша үҙ һарайында урынлаша. Көндәрҙән бер көндө ул Наҫан пәйғәмбәргә былай ти: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Раббының Килешеү һандығы сатырҙа тора.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 17:1
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.


Наҫан пәйғәмбәрҙе Раббы бойороғо буйынса балаға Йедидъяһ тигән исем ҡушырға ебәрҙе.


Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе.


Дауытҡа: – Наҫан пәйғәмбәр килде, – тип хәбәр иттеләр. Пәйғәмбәр, батша янына инеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Батша Садоҡ ҡаһинға, Наҫан пәйғәмбәргә, Йеһоядағ улы Бенаяһҡа, керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә уны оҙата барырға ҡушты. Улар Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр.


Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.


Атайым Дауыт Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам төҙөргә ниәтләгәйне, – тип дауам итте Сөләймән. –


Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәре менән батша йортон һалыу өсөн кедр ағастары, ташсылар һәм балта оҫталары ебәрә.


Дауыт үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында йорттар төҙөй, Алла һандығы өсөн урын әҙерләй – сатыр ҡора.


Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр.


– Бар әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Алла һинең менән, – ти Наҫан Дауытҡа.


Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды.


Дауыт улы Сөләймәнде эргәһенә саҡырып ала ла уға Исраил Аллаһы Раббыға йорт төҙөргә васыят әйтә.


– Улым! – ти Дауыт Сөләймәнгә. – Мин Раббы Аллам хөрмәтенә йорт һалырға ниәтләгәйнем.


Дауыт, аяғүрә баҫып, былай ти: – Ағай-энем, халҡым, тыңлағыҙ мине! Аллабыҙға аяҡ баҫыр урынды – Раббының Килешеү һандығын урынлаштырыу өсөн йорт һалыу ниәтен күңелемдә күптән йөрөтә инем. Төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡты ла әҙерләгәйнем.


Дауыт батшаның барлыҡ эш-ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Шемуил әүлиәнең һәм Наҫан пәйғәмбәрҙең, шулай уҡ Ғад әүлиәнең яҙмаларында тасуирлана:


Ә Ҡыръяҫ-Еғаримдан Дауыт килтерткән Алла һандығы ул Йәрүсәлимдә ҡорҙортҡан сатырҙа торған була.


Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.


Кедрҙы мул тотонғандан ғына Үҙеңде шәп батша булдым тип уйлайһыңмы? Ана, атайың туйғансы ашап-эсте, Әммә ғәҙеллек һәм дөрөҫлөккә таянды, Шуға күрә уның эше ыңғай барҙы.


Тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусылар килде, мин уларға үҙ төшөмдө һөйләнем, ләкин улар уны юрай алманы.


– Раббы йорто емерек килеш ятҡанда, һеҙҙең үҙегеҙгә күркәм йорттарҙа йәшәргә ваҡыт еткәнме?


Күп теләнегеҙ ҙә аҙ алаһығыҙ, Аҙын да өйгә алып ҡайтһағыҙ, елгә осорам. Нилектән? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки Минең йортом емерек ята, Һеҙ үҙ өйөгөҙҙө хәстәрләйһегеҙ.


Алла Дауытты яҡын күргән, һәм Дауыт, Яҡуп Аллаһы өсөн торлаҡ һалырға тип, Унан рөхсәт һораған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ