8 Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.
Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен.
Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Бәхетле пак юлдан йөрөгәндәр, Раббының ҡануны менән йәшәгәндәр.
Ул көндө һеҙ әйтерһегеҙ: «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уны исеме менән саҡырығыҙ. Халыҡтарға Уның ғәмәлдәрен белдерегеҙ, Исеменең бөйөклөгөн һөйләгеҙ!
Бында ла ул баш ҡаһиндарҙан исемеңде телгә алған һәр кемде ҡулға алырға вәкәләт алып килде, – тип яуапланы Һананиас.
Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ.