7 Был көн Дауыт тәү тапҡыр Асаф менән туғандарынан Раббыны данлаған изге йырын йырлата:
Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыт Раббыға бағышлап йыр башҡарҙы.
Ҡаһиндар Бенаяһ менән Яхазиил Алланың Килешеү һандығы янында көн һайын борғо ҡысҡыртырға тейеш була.
Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.