39 Ә Садоҡ ҡаһин менән уның нәҫелендәге ҡаһиндарҙы Ғивғондағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Раббының изге сатыры янында хеҙмәткә ҡалдыра.
Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип,
Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.
Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.
ҡаһарман егет Садоҡ һәм уның нәҫеленән егерме ике башлыҡ;
Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙән Уриилды, Ғасаяһты, Йоилды, Шемағъяһты, Әлиилде һәм Ғамминадавты саҡырып алып,
Муса сүлдә саҡта яһаған Раббы сатыры менән тотош яндырыу ҡорбаны усағы был ваҡытта Ғивғон эргәһендәге табыныу ҡалҡыулығында була.
Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығынан, Осрашыу сатыры янынан, Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Сөләймән исраилдар өҫтөнән хакимлыҡты ғәмәлгә ашыра башлай.