38 шулай уҡ Ғовед-Эдом менән уның алтмыш һигеҙ туғанын ҡалдыра. Йедуҫун улы Ғовед-Эдом менән Хосаны ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуя.
Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы.
Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.
Алла һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда тора һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның ғаиләһенә, бөтә мал-мөлкәтенә Үҙенең бәрәкәтен күндерә.
Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра.
Мерари нәҫеленән Хосаның улдары: иң өлкәне Шимри, ул баш бала булмаһа ла, атаһы уны баш итеп ҡуя;