37 Дауыт, Раббының Килешеү һандығы эргәһендә көндәлек хеҙмәтте башҡарһын өсөн, Асаф менән уның туғандарын,
Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.
Ҡанунда яҙылғанса, Ҡыуыш байрамы үткәреп, көн һайын тәғәйенләнгән һанда тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙеләр.
Ғүмерем буйы Раббыны маҡтармын, Йәнем бар саҡта дан йырлармын Раббыға.