36 Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Шунан барса халыҡ: «Амин!» – ти һәм Раббыны данлай.
Батша былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул былай тигәйне:
– Әйткән һүҙен тотоп, халҡы Исраилға именлек биргән Раббы мөбәрәк булһын! Ҡоло Муса аша биргән вәғәҙәләренең береһе лә бушҡа сыҡманы.
Ғөзәйер бөйөк Алла Раббыға маҡтау-шөкөрана ҡылды. Барлыҡ халыҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп: «Амин, амин», – тип торҙо. Һуңынан барыһы ла баштарын эйҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.
Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн!
былай тине: – Амин! Раббы шулай эшләй күрһен! Һин пәйғәмбәрлек иткәндәрҙе бойомға ашырһын – Раббы йортоноң барлыҡ әйберҙәрен һәм һөргөндәгеләрҙең барыһын да Бабилдан бында кире ҡайтарһын!
Рухың менән генә шөкөр иткәндә, иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!
Беҙҙе күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән Мәсихтә фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.