33 Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен Раббы хозурында. Сөнки Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә.
Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?
Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын! Ҡырҙар һәм ҡырҙа йәшәгәндәр ҡыуанһын!
Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Донъяны ғәҙеллек менән хөкөм итер; Халыҡтарға хаҡ хөкөм сығарыр.
Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!
Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте.
Һөйөнөс менән сығырһығыҙ ҙа Иҫән-аман кире ҡайтырһығыҙ. Тауҙар, үрҙәр алдығыҙҙа ҡыуанышып йырлар, Ҡырҙағы бөтә ағастар алҡышлап торор.
Был Раббы Үҙенең изгеләрендә данланырға, Үҙенә инанғандарҙың барыһында ла һоҡланыу тыуҙырырға килгән көндә булыр. Һеҙ ҙә улар араһында булырһығыҙ, сөнки беҙ һөйләгән хәбәргә ышандығыҙ.
Шуға күрә, һөйөклөләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.