Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 16:31 - Изге Яҙма

31 Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Халыҡтарға: «Раббы – батша!» – тип иғлан ителһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 16:31
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор! Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ.


Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Көнсығыштан көслө елдәр иҫеп, Таршиш караптарын емергәндәй, Һин уларҙы ҡырып ташланың.


Мең йыл Һинең күҙ алдыңда Үтеп киткән кисәге көн, Йәки ҡыҫҡа бер төн һымаҡ.


Эй һеҙ, Раббыны һөйгәндәр, яманға нәфрәт тотоғоҙ. Раббы тоғро бәндәләренең йәнен һаҡлай, Уларҙы залимдарҙан ҡотҡара.


Мәҙхиә. Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Сөнки мөғжизәләр ҡылды; Уң ҡулы, мөҡәддәс беләге менән еңеү ҡаҙанды.


Эй ғәҙеллек һөйгән ҡөҙрәтле Батша, Һин дөрөҫлөктө урынлаштырҙың. Яҡуп илендә ғәҙеллеккә, Хаҡлыҡҡа нигеҙләнгән ғәмәлдәр ҡылаһың.


Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!


Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!


Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте.


Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө! Тауҙар гөрләшеп тантана итһен! Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе, Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды».


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Һеҙгә шуны әйтәм: тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн Алла фәрештәләре лә шулай уҡ шатланыр.


– Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем:


Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ