Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 16:30 - Изге Яҙма

30 Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор! Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 16:30
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йырла Раббыға, бар донъя! Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ!


Сөнки Раббы бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.


Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып алдына килегеҙ! Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ!


Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Халыҡтарға: «Раббы – батша!» – тип иғлан ителһен.


Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!


«Мәңгелеккә ваз кистеме бөйөк Хаким? Инде һис кенә лә хуш күрмәҫме?


Йә Раббы, эй үс алыусы Алла! Үс алыусы Алла, сәс нурыңды!


Сөнки бөтә ер йөҙөндә Йә Раббы, иң бөйөгө Һинһең, Һәммә илаһтарҙан Һин өҫтөнһөң!


Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!


Раббы былай ти: «Хуш күргән ваҡытымда һиңә яуап ҡайтарҙым, Ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем. Илде аяҡҡа баҫтырыу, Ташландыҡ биләмәләрҙе хужаларына кире ҡайтарыу өсөн Мин һине ҡурсалармын, Һин – халҡым менән төҙөгән килешеүемдең билдәһе булырһың.


Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.


Мәсих бар нәмәнән дә алдараҡ булған, бөтә нәмәне Ул тотоп тора.


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ