22 «Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».
Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.
Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.
Йырла Раббыға, бар донъя! Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ!
Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.
Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.