18 Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм, Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр».
Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.
Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.
Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.
Ул заманда һанығыҙ аҙ, бик аҙ ине, Был илдә һеҙ бары килмешәк булдығыҙ.
Шулай икән, Раббы йыйынында Биләмәңдең сиген үлсәргә лә кешең булмаҫ.
Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп, Әҙәм балаларын айырғанда, Исраил улдарының һанына күрә Халыҡтарҙың сиген билдәләне.