14 Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы, Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә;
Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.
Эй ҡоло Исраилдың тоҡомо, Ул һайлап алған Яҡуп улдары, Ул ҡылған мөғжизәләрҙе, Ул биргән билдәләрҙе, Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!
Уның килешеүен, Меңдәрсә быуынға биргән һүҙен, Ибраһим менән төҙөшкән килешеүен, Исхаҡҡа Ул биргән антты мәңге онотмағыҙ.
Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.
Хәсрәттән өҙөлә эс-бауырым, Вәғәҙәңә күрә, мине нығыт!
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ!
Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!
Төнөн йәнем Һиңә сарсай, Рухым бар булмышым менән Һине эҙләй. Сөнки ерҙә хөкөмөң бар саҡта Донъяла йәшәүселәр ғәҙеллекте белер.