І Йылъяҙма 15:29 - Изге Яҙма29 Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап торған була. Дауыт батшаның ырғый-һикерә күңел асҡанын күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уяна. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Алланың Килешеү һандығы ул дәүерҙә шунда – Бейт-Илдә тора, Һарун улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас шул һандыҡ янында хеҙмәт итә ине. Исраил ғәскәре Раббынан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин ырыуына ҡаршы һуғышты дауам итергәме беҙгә? – тип һораны. – Дауам итегеҙ. Мин иртәгә уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырам, – тине Раббы.