Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 15:28 - Изге Яҙма

28 Бына шулай бөтә Исраил халҡы шау-гөр килеп, тәкә мөгөҙө, борғолар, һуҡма тәрилкәләр тауышы аҫтында, лира һәм арфалар уйнатып, Раббының Килешеү һандығын алып ҡайта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 15:28
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо рәүешле Дауыт һәм бөтә Исраил халҡы Раббы һандығын шау-гөр килеп, мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып алып барҙы.


Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты.


Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Алла алдында бар күңелен һалып йырлай-йырлай, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, еҙ тәрилкәләр һуғып, борғола уйнап, бейей-бейей күңел аса.


Дауыт левиҙәрҙең башлыҡтарына туғандары араһынан йырсылар билдәләп, уларға лира, арфа, һуҡма тәрилкә кеүек уйын ҡоралдары тоттороп, шатлыҡ йырҙары йырлап барырға ҡуша.


Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була.


Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була.


Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап торған була. Дауыт батшаның ырғый-һикерә күңел асҡанын күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уяна.


Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.


Йәрүсәлим диуарын Аллаға бағышлау байрамында ҡатнашыр өсөн левиҙәрҙе бөтә ерҙән саҡыртып алдылар. Улар ҡыуаныслы тантанала тәрилкәләр һуғып, лира һәм арфа сиртеп, шөкөрана йырҙары башҡарырға тейеш ине.


Әммә күргәндәренә хайран ҡалдылар, Ҡурҡыуға төшөп ҡастылар.


Ярһыуыңды өҫтәренә яуҙыр, Асыу ялҡының уларҙы ялмап алһын!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ